Рөстәм Хәмитов ойошмаларҙың хәлен яҡшыртыу буйынса етди саралар күрергә ҡушты. Быйыл 70 ойошманың 41-е генә килем алған. 22 предприятие бөтөнләй табыш килтермәгән. Дөйөм зыян күләме 1 миллиард һумға баһалана. Был мәсьәләне Рөстәм Хәмитов айырым иғтибарға алды. Дәүләт унитар предприятиеларында 26 мең кеше эшләй. Уларҙың ҡайһы берҙәре бөлгөнлөккә төшөү сәбәпле, хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәт хаҡы ла кәмегән. Ойошмаларҙың хәлен яҡшыртыу маҡсатында айырым вәкәләттәрҙе Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына тапшырыу ҡарала. Йәғни, ойошманың директорын һәм баш бухгалтерын ведомство раҫлаясаҡ. Бынан тыш, мутлашыу осраҡтары булған предприятиеларҙы тиҙҙән хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшәрәсәк.
Дәүләт унитар предприятиелары эшмәкәрлеге ентекләп тикшереләсәк
Тулыраҡ: Дәүләт унитар предприятиелары эшмәкәрлеге ентекләп тикшереләсәк