Интернет селтәрендә тиктормаҫ бесәйҙәр тураһында күп видео табырға мөмкин. Әммә быныһы ҡарау буйынса барлыҡ рекордтарҙы ла уҙып китте.
Ҡала янындағы ябай йорт. Хужа, күрәһең, ҡарасҡылар эшләү менән шөғөлләнә. Ул йәшерен камера ҡуйып, бесәйенең һеләүһен ҡарасҡыһына реакцияһын белергә булған. Әммә бесәй аҡылһыҙ түгел. Күрше йорттағы дуҫтарын да саҡырған. Күмәкләп улар ҡарасҡыны уратып ала. Ҡыйыуырағы килеп һеләүһендең моронон еҫкәүе була... Ҡыҫҡаһы, ҡурҡаҡ дуҫтар төрлөһө төрлө яҡҡа саҡ ҡасып ҡотола.