Байрам тантаналары Бәләбәй районында Цветаева тарих, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт үҙәгендә башланды. "Әҙәбиәт ҡунаҡ бүлмәһендә" рус милли костюмы тарихы тураһында әңгәмә үтте. Өфөләге Яҡутов исемендәге паркта йома, матурлыҡ көнөндә, "Милли кейем байрамы" гөрләне. Сарала төбәктең бар төрлө тарихи-мәҙәни үҙәктәре ҡатнашты. Халыҡтар дуҫлығын һәм быуындар күсәгилешлеген нығытҡан сағыу күренештәр беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән сюжеттарҙа.
Башҡортостандың Милли музейында йолаларыбыҙҙы һаҡлауға һәм милли кейемгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға йүнәлтелгән «Этно стилендәге көн» саралар циклы уҙғарылды. Башҡорт милли кейемдәре дефилеһы айырым иғтибарға лайыҡ.
Ғилми хеҙмәткәрҙәр был юлы музей фондында һаҡланған тамбур сигеүе менән биҙәлгән альяпҡыстарға өҫтөнлөк биргән. Башҡорт ҡатын-ҡыҙы аш бүлмәһендә лә нәзәкәтле һәм затлы кейемдә йөрөргә яратҡан, ти тарихсылар.
"Селтәр" студияһы ағинәйҙәре башҡорт халҡының төрлө ырыу ҡатын-ҡыҙҙарының кейем өлгөләрен күрһәтте. Затлы кейемдәрҙә, үҙҙәренең баһаһын белеп кенә йөрөгән ағинәйҙәр дефилела йәштәрҙән бер ҙә ҡалышманы.
Ҡушъяулыҡлы Ҡурған өлкәһе ағинәйе, төнъяҡ башҡорттарына хас хәситәле ханым, ҡара табын ырыуы башҡорттарының үҙенсәлекле аяҡ кейемдәре тамашасыларҙа оло ҡыҙыҡһыныу уятты. Әбйәлил районынан килгән инәй 200 йылға яҡын элек эшләнгән, быуындын-быуынға күсеп килгән һәм бөгөнгәсә һаҡланған түшелдерек алып килгән.
Әйткәндәй селтәр студияһы ағинәйҙәре республиканың төрлө мөйөштәренән йыйылған. 10 йыл дауамында халҡыбыҙҙың ғөрөф- ғәҙәттәрен, милли йолаларыбыҙҙы өйрәнә, кейем өлгөләрен тергеҙә
Милли кейем көнө сиктәрендә ойошторолған оҫталыҡ дәрестәрендә берәүҙәр сыуаш халҡының ҡурсаҡ-бетеүҙәрен эшләргә өйрәнде. Рус халҡының милли кейем өлгөлгөләренә хас сигеү ҙә күрһәтелгән.Теләгәндәр һарауыс сигеүенә төшөндө. Әйткәндәй, был башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас баш кейеме хаҡында күптәр белмәй.
Яулыҡты ла бәйләүҙең үҙенә күрә серҙәре бихисап. Ирада Фазлаева был хаҡта оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
"Милли кейем байрамы" Өфөнөң Якутов исемендәге паркында дауам итте.Сарала Башҡортостандың бөтә тарихи-мәҙәни үҙәктәре ҡатнашты. Көн ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, тамашасы сағыу кейемле, төрлө милләт халыҡтары ижади коллективтарының сығыштары, концерт номерҙарын ҡарап ҡыуанды.