Сараға республиканың төрлө район-ҡалаларынан һәм күрше Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән килгән белгестәр үҙ-ара оҫталыҡта көс һынашты.
Бишбүләк районынан килгән Алһыу Хәлилова дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһында бишенсе йыл ғына эшләй. Был конкурста ул икенсе тапҡыр ҡатнаша. Маҡсат үҙ оҫталығымды һәм белемемде һынап ҡарау, ти инспектор.
Конкурс ике этапта үтә. Тәүгеһендә бәйгеселәр норматив-хоҡуҡи документтар буйынса белемдәрен тикшереп имтихан тапшыра. Һынауҙы уңышлы үткәндәр иһә икенсе турға сыға. Быйыл финалға барлығы 14 кеше үткән.
Икенсе этап Бәләбәй механизациялау һәм электрлаштырыу колледжының тракторҙар участкаһында үтте. Конкурсҡа тиклем комиссия ағзалары һәр техниканы ентекләп ҡарап сыҡты, уларҙың хәл-торошона баһа бирҙе. Ҡатнашыусылар трактор менән идара итеүҙә үҙ оҫталығын күрһәтте. Сараның маҡсаты — дәүләт техник күҙәтеү хеҙмәткәрҙәренең һөнәри кваллификацияһын арттырыу.
Дәүләт техник күҙәтеү хеҙмәткәрҙәре араһында оҫталарҙы асыҡлау бәйгеһе республикала ун йылдан ашыу уҙғарылып килә. Һуңғы йылдарҙа конкурста шулай уҡ Волга буйы Федераль округы төбәктәре лә әүҙем ҡатнаша. Быйылғы сараға Силәбе һәм Ырымбур өлкәһе вәкилдәре лә килгән.
Бөгөн республиканың дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә. Үҙ йөрөшлө машиналар һәм тағылмалар, техниканы эксплуатациялау, уларҙың техник торошон тикшереү һәм халыҡҡа норматив талаптарҙы еткәреү эштәре етди башҡарыла.
Быйылғы конкурс һөҙөмтәләре буйынса "Иң яҡшы дәүләт инженер-инспекторы — 2022" исемен Стәрлебаш районынан Миңлеяр Насыров яуланы.