3-сө йыл рәттән уҙғарылған сараға төбәк башлығы Радий Хәбиров старт бирҙе һәм йәштәрҙе борсоған һорауҙар буйынса фекер алышты. Һеҙҙең йәшлек – студент йылдары ҡатмарлы осорға тура килә, әммә уны мөмкинлектәр мәле, үҙеңде күрһәтеү, хатта батырлыҡ ҡылыу өсөн уңай ваҡыт тип ҡабул итергә кәрәк, тине республика етәксеһе.
Быйылғы йыйында Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы ла үтә. Унда һәр ҡатнашыусы үҙ проектын тормошҡа ашырыу өсөн грант отоу мөмкинлегенә эйә. Йәштәр дүрт майҙансыҡта белемдәрен камиллаштыра. "Мәғәнә юлы" тип аталған фекер алышыу платформаһы, "Фән юлы" белем биреү-инновация платформаһы, мәҙәни-ижади "Йөрәк юлы" платформаһы, спортсылар һәм сәләмәт тормош алып барыусылар өсөн «Батыр юлы» платформаһы. Төп эштәре — уҡыуҙан тыш төрлө йәмәғәт сараларында ҡатнашҡан йәштәр үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуйып әүҙем үҫешә, тип билдәләй сараны ойошторусылар.