Банкта вклад асып алданыусылар арта

Республикала ғына йыл башынан 3 тиҫтәнән ашыу кеше финанс ойошма хеҙмәткәрҙәре ҡармағына эләгеп Роспотребнадзорға мөрәжәғәт иткән

Күп осраҡта клиенттар банк тәҡдим иткән продукт арҡаһында түгел, ә ундағы хеҙмәткәрҙәр сослоғонан аҡсаларын юғалта. Банкка аҡса һалыр алдынан нимәгә иғтибар итергә хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов асыҡларға тырышты.

Елена Черныш ике йыл элек Өфө банктарының береһендә вклад аса. Борсолоу өсөн сәбәптәр булманы, ти ханым. Үткән йылдың авгусында банк хеҙмәткәрҙәре уға тағы ла отошлораҡ шарттар тәҡдим итә. Тик был юлы иһә ҡатын ҡапҡанға эләгә.

Хаҡлы ялда булған ҡатын аҡсаһын кире ҡайтарырға ниәтләй. Тик банк менән клиент араһында төҙөлөгән яңы килешеүгә ярашлы ойошма аҡсаны тулыһынса ҡайтарыуҙан баш тарта. Йә иһә, һалынған вкладттың яҡынса 80%-тын ғына кире алырға мөмкин.

Шундай уҡ ҡапаҡанға 89 йәшлек Вячеслав Титов эләккән. Хеҙмәт ветераны Өфө банктарының береһенә 5 йылға бер миллион һум аҡсаһын һала. Тик уны кире ҡайтарыу проблемаға әүрелә. Асыҡланыуынса, вклад банк иҫәбендә түгел, ә ғүмерҙе страховкалауға йүнәлтелгән була. Һөҙөмтәлә ветеран республиканың Роспотребнадзор идаралығына мөрәжәғәт итә. Аҡсаны тик суд аша ғына ҡайтаралар.

Роспотребнадзорҙан белдереүҙәренсә, банк менән килешеү төҙөгәндә документты ентекләп тикшереү һәм танышып сығыу мөһим.

Йыл башынан ғына Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенә ялыу менән 33 кеше мөрәжәғәт иткән. Башҡортостандың милли банҡынан белдереүҙәренсә, банк хеҙмәткәрҙәре йыш осраҡта страховкалау, брокерҙар һәм башҡа ойошмалар араһында агент булып та эшләй. Ә һатылған продукт өсөн уларға процент түләнә. Шуға күрә килешеүҙә йә иһә башҡа документтарҙа шикләнеү бар икән ҡултамға ҡуйырға ашыҡмау хәйерле.