Францияның Ницца ҡалаһында террор ғәмәлендә Рәсәйҙән ике кеше һәләк булған

Тулыраҡ: Францияның Ницца ҡалаһында террор ғәмәлендә Рәсәйҙән ике кеше һәләк булған

3 туристың ҡайҙа икәнлеге билдәле түгел. Бастилияны алыу көнө уңайынан фейерверк ҡарарға килеүселәр араһында Башҡортостан ватандаштары булғанмы икәне лә әлегә билдәһеҙ. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса терактта 84 кеше һәләк булған. Уларҙың араһында балалар ҙа бар. Рәсәй етәкселеге террор ғәмәленә үҙ ҡарашын белдереп бар халыҡтарҙы террорсыларға ҡаршы берләшергә саҡырҙы.