Башҡорт ҡурайы Польшала

Тулыраҡ: Башҡорт ҡурайы Польшала

Билдәле ҡурайсы, «Сураман» төркөмөнә нигеҙ һалыусы Азат Биксурин Польшаның Катовице ҡалаһында дини байрамда сығыш яһап, тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы. Азат Биксурин Польшаға билдәле продюсер һәм композитов, саксафонсы Гжех Пиотровский саҡырыуы буйынса барған. Быға тиклем ул 2011 һәм 2013 йылдарҙа донъя оркестры менән бергә сығыш яһағайны. Был юлы инде Азат Биксурин Польша тамашасыһына оркестрға ҡушылып ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйҙәрен башҡарҙы. Поляктар ҡурай моңон шып-шым тыңланы. Уйнап бөткәс тамашасылар Азат Биксуринды алҡыштарға күмде.