Дүртөйлө, Хәйбулла һәм Салауат райондарында инструкторҙар рейсҡа сығыр алдынан медицина, ә автомобилдәр техник тикшереү үтмәгән. Прокуратура тикшереү йомғаҡтары буйынса, яуаплы вазифа биләгән алты кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
25-се июлдә Благовар районында Языкованан Өфөгә юлланған Форд Транзит юл ситендә торған Камазға барып бәрелгәйне. Аварияла 6 кешенең ғүмере өҙөлдө, 13 пассажир тән йәрәхәттәре алды. Ғөмүмән, июлдә ошондай үлемесле фажиғәләр күп теркәлде. Шуға ла Республика прокуроры Игорь Пантюшин автомобилдә йөрөргә өйрәткән мәктәптәр, шулай уҡ пассажирҙар ташыусы ойошмаларға лицензиялар биреүҙең законлығын тикшерергә ҡушҡайны.