Өфөлә 3D технологияһы ярҙамында протез һәм корсеттар етештерә башланылар

Махсус сканер йәрәхәтләнгән ҡул йә аяҡты ентекләп тикшереп, ҡулайлама эшләргә мөмкинлек бирә

Һынап ҡараған пациенттар уның уңайлы икәнен билдәләй. Аяҡ-ҡулдары булмаған кешеләргә реабилитация уҙғарыу мәсьәләһе ведомство-ара кәңәшмәлә лә тикшерелде.

Баҫҡыстан күтәрелеү еңелдән бирелмәй уға. 90-сы йылдарҙа аварияға эләгеп, аяғын ҡырҡтырғас, яңынан атларға өйрәнә Виктор Трошкин. Сирек быуат эсендә протездарҙың механик, гидравлик һәм пневмат төрҙәрен һынап ҡарай. Хәҙер уларға алмашҡа микропроцессорлыһын ҡуллана. Яһалма аяҡ тулы тормош менән йәшәргә ярҙам итә ти ул. Быйыл Өфөлә заманса технологиялы протез етештерә башланыуы хаҡында белеп ҡалғас та Виктор Алексеевич уны тәүгеләрҙән һынап ҡарарға була. Хәҙер гипс урынына 3Д сканер ярҙамға килә. Өфө белгестәре ҡырҡылған аяҡтың күсермәһен төшөрөп, дөрөҫ формаһын ала, ә Мәскәү оҫталары махсус принтер ярҙамында уны баҫтырып сығара һәм протез етештерә. Был ысул протезды тиҙ арала һәм уңайлы эшләргә мөмкинлек бирә. Ортопедияла һәм протезлауҙа 3Д технологияһы яңы ғына ҡулланыла башланы. Башҡортостан өсөн иһә был беренсе тәжрибә. Бындай алым аяҡ-ҡулдар өсөн генә түгел, ә корсеттар етештереү өсөн дә ҡулланыла. Уның ярҙамында сколиозды дауалайҙар.Бөгөн предприятиела аяҡтар өсөн 1 мең, ә ҡулдар өсөн 300-гән изделие етештерелә. Шул иҫәптән заман технологиялары ярҙамында эшләнгәндәре – микропроцессорлы идара менән.

Ведомство-ара кәңәшмәлә лә реабилитация мәсьәләһе күтәрелде. Унда табиптар, инвалидтар ойошмаһы вәкилдәре, Социаль страховкалау фонды белгестәре ҡатнашты. Аяҡ-ҡулдарын юғалтҡан пациенттар ҡыҙғанысҡ йылдан-йыл күбәйә, эш ваҡытында йә аварияла йәрәхәт алыусылар бихисап. Республикала әле 13 меңдән ашыу ошондай пациент иҫәпләнә.Берәй тән өлөшөн ҡырҡтырған кешеләр был хәлде ауыр ҡабул итә. Тәү сиратта психологик яҡтан ҡыйын. Әммә заман технологиялары тормошҡа тиҙерәк яраҡлашып китергә ярҙам итә, тип билдәләй белгестәр.