Таңсулпан Ғарипова 75 йәшен билдәләй

Юбилей алдынан "Торатау" Конгресс-холлында "Таңсулпан Ғарипованың милли әҙәбиәтте һәм мәҙәниәтте үҫтереүгә индергән өлөшө" тип аталған Бөтә Рәсәй конференцияһы үтте

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова 22 сентябрҙә үҙенең 75 йәшен билдәләй.

Таштарҙы быраҡтырыу һәм таштарҙы йыйнау осоро. Минең ғүмеремдең таштарҙы йыйнау осоро килде, ти Таңсулпан Хизбулловна. Әле яҙыусы әҫәрҙәрен томдарға, китаптарға туплау эше менән шөғөлләнә. Ә уның ижадына байҡауҙы бөгөн уҡыусылары, тел, әҙәбиәт белгестәре, ғалимдар яһай. Конференцияға Рәсәй төбәктәре һәм Башҡортостандан 60-тан ашыу ғалим килгән. Был үҙе үк сараның шәхсән байрамы түгел, ә әҙәбиәт байрамы икәненә ишара. Таңсулпан Ғарипова Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы. Зәйнәб Биишеванан һуң ошо абруйлы исемде алған республикала икенсе ҡатын-ҡыҙ яҙыусы. Фәнни-ғәмәли конференция сиктәрендә Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы бихисап рәхмәт хаттары, ҡотлау һүҙҙәре ҡабул итте. Республика башлығының рәхмәт хатын хөкүмәт премьер министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов тапшырҙы.

Әҙәбиәткә Таңсулпан Ғарипова 70-се йылдарҙа килә. Бер-бер артлы хикәйәләр һәм повестар йыйынтығы сығара. Ете йыл тирәһе яҙыусы "Бөйрәкәй" романы өҫтөндә эшләй. Әҫәр халыҡ һөйөүен тиҙ яулай. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ тарихы, ҡатын-ҡыҙ образдары яҡтыртыла. Йыл романы исеменә лайыҡ булған әҫәр 6 тапҡыр нәшер ителә. Рус телендә сыҡҡан 3 мең тираж шунда уҡ һатылып бөтә."Бөйрәкәй" романының яҙмышы бәхетле. Әммә ҡатын-ҡыҙ өсөн. Проза ауыр хеҙмәт, тип һанай Таңсулпан ханым. Заманына күрә иң уҡымлы жанр — ул хикәйәләр, тигән фекерҙә яҙыусылар. Журналист Әхмәр Үтәбай күҙәтеүҙәре буйынса, халыҡҡа үтемле томошсан, ысынбарлыҡҡа тура килгән әҫәрҙәр күп, әммә улар образлы булырға тейеш. Ә Таңсулпан Ғарипова үҙенең 10 минутта уҡып сығырлыҡ хикәйәһендә лә халҡыбыҙҙың күңел тәрәнлеген, фәлсәфәһен асып бирә ала.Таңсулпан Ғарипова драматургия өлкәһендә әүҙем ижад итә. "Йәйге таш" киноповесы буйынса "Сөмбөлдөң етенсе йәйе" тулы метражлы фильмы төшөрөлдө. "Аҡ тирәк", "Төштәге йыр", "Ямғыр көткәндә", "Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға" спектаклдәре халыҡ күңелен яуланы.