Суд эскәмйәһендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе 61 йәшлек ҡатын. Ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Украиналағы махсус хәрби операция тураһында ялған мәғлүмәттәр урынлаштыра. Видеоларҙың береһендә йәнәһе лә беҙҙең ҡораллы көстәр Мариуполь ҡалаһындағы шәхси йорттарға авиаһөжүм яһай. Шулай уҡ балалар табыу йортонан йөклө ҡатындарҙы ҡотҡарыу тураһындағы фейк яҙма ла була. Тәфтишселәр әйтеүенсә, ғәйепләнеүсе был хәбәрҙәрҙең ысын булмауын белә тороп башҡалар менән уртаҡлашҡан. Хәҙер уға иректән мәхрүм ителеү янай
Ялған өсөн яуап бирергә кәрәк
Рәсәй ҡораллы көстәре хаҡында ялған мәғлүмәт таратыуға бәйле Башҡортостанда тәүге енәйәт эше судҡа барып етте