Күләмле эштәрҙә яҡташтарыбыҙ, Бөрө кооперация колледжы студенттарының да ҡатнашҡаны билдәле. Егеттәр Донбастың азатлыҡ символын ҡайтанан ҡорорға студент төҙөлөш отряды составында ярҙам иткән. Саур-Могила мемориалы 2014 йылда Донецк халыҡ республикаһы биләмәләрен көслө утҡа тотоу һөҙөмтәһендә емерелгән. "Рәсәй" телеканалының хәрби хәбәрселәре ваҡиға урынында төшөрөп алған кадрҙар һаман һаҡлана. 2022 йылғаса мемориал емерек килеш ҡалған. Донбасс халҡының изге урынында төҙөкләндереү эштәре башланыу тураһында Оборона министрлығы 1 июлдә иғлан иткәйне. 8 сентябрҙә мемориаль комплексты асыу тантанаһы үтте. Сарала опера йырсыһы, яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов сығыш яһаны.
Донбаста Саур-Могила мемориаль комплексын тергеҙеү тамамланды
Төҙөлөш бәрәкәтле ерҙе фашист илбаҫарҙарынан азат иткән батырҙар хәтерен ҡайтарыу маҡсатында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йөкләмәһе буйынса башҡарылды