Бүздәк, Белорет, Тәтешле, Нуриман, Йылайыр, Межгорье һәм республиканың башҡа район-ҡалалары. Оҙон юлды яҡынайтып "шайморатов класстарында" белем алған уҡыусылар "Геройҙар уҙышы" ярышында көс һынашырға килгән. Улар Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кубок өсөн көрәшәсәк. Ярыш башланыр алдынан тәүҙә һәр команда менән танышыу сараһы үтте. Республика мәктәптәрендә быйыл Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 79 класс асылды. Шуларҙың 40-ы кубок өсөн көрәшә. Һәр командала алтышар ҡатнашыусы.Бер команда старт алғас та, икенсеһе әҙерләнә башлай.
Ярышта иң мөһиме ваҡыт. Ваҡытҡа ҡарап еңеүсе билдәләнә лә инде.Ярышта ҡатнашыусылар 70 метр юлды йүгереп үткәс, беренсе ҡаршылыҡҡа осрай. Бында иң мөһиме етеҙ булыу. Беренсе ҡаршылыҡты, мәҫәлән, улар ни бары 10 секунд эсендә үтеп сыға.Шайморатовсылар өсөн бөтәһе 14 һынау әҙерләнгән. Селтәр аша ятып үтеү, ағас пирамида, бүрәнә аша һикереү, селтәргә менеп өҫтә эленеп торған ҡыңғырауға һуғып төшөү...Бында иң мөһиме команданың берҙәм булыуы. Ярыш барышында бер-береңә ярҙам итергә мөмкин. Бөтә ҡаршылыҡтарҙы үтеп, финишҡа килгән уҡыусыларҙың һәр береһе "Геройҙар уҙышы" миҙалдары менән бүләкләнде. Ә хәҙер ҡатнашыусылар өсөн иң тулҡынландырғыс мәл. Командалар хәл йыйып йыйылғас, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кубок еңеүсеһе билдәләнде.Күмертау ҡалаһының 10-сы мәктәбе уҡыусылары иң етеҙе булып сыҡты. Кубоктан тыш, йәнә 20 команда маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Еңеүселәр Республика көнөндә Өфөлә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу һәм "шайморатовсылар" сафына алыу тантанаһында ҡатнашасаҡ.