Өфө локомотив депоһына – 85 йыл

Юбилей айҡанлы Өфөлә тантаналы концерт уҙҙы

1937 йылдың 14 сентябрендә Дим-Кропачeво участкаһы буйлап тәүге рейс башҡарылған. Ошо көндән алып Дим паровоз депоһы асылған. Юбилей айҡанлы Өфөлә тантаналы концерт уҙҙы. Сара барышында тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарҙы маҡтаулы исемдәр, почетлы наградалар, рәхмәт хаттары менән бүләкләнеләр.

Улар араһында Өфө депоһының Инйәр ҡасабаһы станцияһында 30 йыллап эшләүсе Зөбәйер Һәҙиәтов та бар. Эш ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, һөнәремә һаман да ғашиҡмын, ти ул.Тантанала Башҡортостандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре исеме менән бүләкләнеүсе Николай Заикин да машинист һөнәре тураһында бала-саҡтан хыялланған. Минйәр станцияһында тыуып үҫкән егет уйлап та тормай ошо йүнәлеш буйынса уҡып сығып, эшкә урынлашҡан. 37 йыл хеҙмәт стажы булған машинист яҡынса биш мең тирәһе тапҡыр юлға сыҡҡан.