Бөгөн иртән Истамбул-Өфө самолеты башҡала аэропортына ултырҙы. Төркиәләге фетнәнән һуң был беҙҙең аэропортҡа ултырған тәүге аэробус.
Әле Рәсәй туристарын илгә ҡайтарыу дауам итә. Истамбул, Антальянан Мәскәү, Санкт-петербург, Краснодар һәм Махачкалаға 5 самолетта 450 турист алып ҡайтылған. Бөгөн тағы ла 11 самолет менән Мәскәү, Ҡазан, Сочи, Екатеринбург, Өфө, Дондағы Ростовҡа ял итеүселәрҙе алып ҡайтыу ҡарала. Сәйәси хәл асыҡланғансы Төркиәгә рейстар туҡталып торасаҡ.