Башҡортостанда “Трактор” айлығы башланды

Тулыраҡ: Башҡортостанда “Трактор” айлығы башланды

Башҡортостанда “Трактор” айлығы башланды. Уның барышында үҙ йөрөшлө машиналар, тағылмаларҙың техник торошо тикшереләсәк.

Шулай уҡ транспорттың дәүләт техник тикшереү үтеүе тураһындағы талондары һәм тракторсыларҙың таныҡлыҡтарына ла иғтибар биреләсәк. Айлыҡ августың 18-енә тиклем дауам итә. Башҡортостандың үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр транспорттың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, тикшереү үтмәгән транспорттарға бәйле юл фажиғәләре йыл һайын арта. Шуға күрә быға етди иғтибар биреләсәк.