Күҙаллауҙарға ҡарағанда, ай аҙағында ғына 8 градустан түбән температура урынлашасаҡ. Шуға ла әленән мөһим миҙгелде башлау зарурлығы юҡ.
Роспортебнадзор барлыҡҡа килеүгә 100 йыл. Бер быуатлыҡ тарихы булған был хеҙмәттең эшмәкәрлеген беҙ пандемия башланғас яҡшы таныныҡ, тип билдәләне ҡотлау һүҙҙәрен белдереп Радий Хәбиров. Оператив кәңәшмә ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлауҙа торған хеҙмәткәрҙәрҙең алдынғыларын тәбрикләүҙән башланды.
Тәбрик һүҙҙәрен спортсылар ҙа алды. Үзбәкстандың Наманган ҡалаһында үткән билбау көрәшенән Башҡортостан вәкилдәре яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡайтты.
Шишмә районында урынлашҡан "Патриот" паркында ял көндәре Максим Серафимовҡа стелла асылды. Украиналағы махсус хәрби операцияла батырлыҡ күрһәткән яҡташыбыҙға үлгәндән һуң "Рәсәй Геройы" исеме бирелгәйне. Башҡортостандан Донбассҡа ошо көндәрҙә диндарҙар һәм республика Башлығы кәңәшсеһе ярҙамға киткән. Шайморатов батальонынан тәүге мәрхүм 200-сө йөк менән ҡайтҡан.
24 сентябрҙән төбәктә "Йәшел Башҡортостан" акцияһы старт ала. Төп саралар 24-е көнөнә билдәләнгән. Экологик сара сиктәрендә 47 мең төп үҫенте ултыртыу күҙаллана, шул иҫәптән - 14 мең төп эре ағас ултыртыласаҡ.
Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәренә юҡ менән булмаҫҡа кәңәш итте. Коронавирусҡа бәйле эпидимиологик хәлгә лә баһа бирелде Оператив кәңәшмәлә. Бер аҙна эсендә ауырыусылар һаны 29 процентҡа артҡан. Ревакцинация буйынса план 60 процентҡа үтәлгән.
Ураҡ кампанияһы аҙағына яҡынлаша, майҙандарҙың 74 процентында эштәр теүәлләнгән. Иген култураларын һуғыу был аҙнала тамамланырға тейеш.
Көн ҡаҙағына сығарылған төп темаларҙан – йылытыу миҙгеленә әҙерлек. Ҡышҡы миҙгелгә ҡаҙанлыҡтарҙы әҙерләү, йылыүткәргес торбаларҙың төҙөклөгөн тәьмин итеүгә 5 миллиард 600 миллион һум тирәһе аҡса тотонолған. Барлыҡ район-ҡалалар ҙа йылытыу миҙгеленә әҙерлек тураһында паспорттар тапшырған. Торбаларға йылы биреү октябрҙә башланыр, тип күҙаллана.
Хеҙмәт баҙарындағы хәлдәрҙе баһалап, тармаҡ өсөн яуаплы министры Ленара Иванова эшһеҙлек күрһәткестәренең пандемияға тиклемге кимәлгә етеүен белдерҙе. Ә был хәлдең ыңғай яҡҡа үҙгәреүе хаҡында һөйләй. Шулай ҙа социаль-иҡтисади хәлдәргә бәйле ҡыҫҡартыуҙар хәүефе һаҡлана. Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәренә үҙ биләмәләрендәге предприятиелағы хәлдәрҙе алдан белеп торорға һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе ҡыҫҡартыуҙарға етмәҫ борон хәл итергә ҡушты.
Был аҙна ла сараларға бай булмаҡсы. Башҡортостанда Белорусия "Транпорт һәм төҙөлөш" тип аталған халыҡ-ара 1-се конгресс үтә. Йөк автомобилдәре, махсус техника водителдәре араһында ярыштар, йәш белгестәр өсөн һөнәри бәйгеләр үтә. Теләүсе һәр кем махсус күргәҙмәне ҡарай ала. Кеше күп булыуын иҫәпкә алып уны аҙна аҙағына тиклем оҙайтырға ҡарар ителде.