Тыныс йоҡла, һалдат!

Герой 11-се сентябрҙә Украина биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була.

Иглин районында Украиналағы махсус операция ваҡытында һәләк булған Денис Фәтхетдиновты һуңғы юлға оҙаттылар. Матәм сараһында Радий Хәбиров ҡатнашты. Республика башлығы батырҙарса һәләк булған хәрбиҙең ҡатынына Шайморатов генерал орденын тапшырҙы.

Денис Фәтхетдинов тәүгеләрҙән булып Шайморатов исемендәге батальонға яҙылған. Герой 11-се сентябрҙә Украина биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була.