Бөтә илдән 700-ҙән ашыу кешене берләштергән сара

Өфөлә “Хәрби бейеклек” тип аталған патриотик йыр фестивале уҙҙы.

Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған хәрби хәрәкәт ветерандары һәм автор-башҡарыусыларҙан тыш, байрамда билдәле йырсы Денис Майданов та сығыш яһаны.

"Хәрби бейеклек" исеме аҫтында етенсе тапҡыр үткәрелгән республика патриотик йырҙар фестивале 700-ләгән кешене бер сәхнәлә йыйҙы. Төбәк фестивале булыуына ҡарамаҫтан, ул Рәсәй кимәлендә үтә һәм илдең төрлө тарафтарынан патриотик йырҙар башҡарыусыларҙы берләштерә.

Патриотик йыр автор-башҡарыусыларҙың сығыштарын тамашасылар йылы ҡабул итте. Әйткәндәй, улар өсөн махсус күргәҙмә лә ойошторолғайны. Сараның хедлайнеры – Денис Майданов башҡарыуындағы йырҙарҙы бөтә халыҡ күмәкләп башҡарҙы. Билдәле артист әйтеүенсә, "Хәрби бейеклек" фестивале кеүек патриотик саралар мөһим.Кадет кластары, хәрби-патриотик клубтар, Юнармия һәм Тхэквондо федерацияһының үҙенсәлекле сығыштары күркәм сараны тағы ла йәмләндереп ебәрҙе. Йәш быуында илһөйәрлек, хәрби бурысҡа тоғролоҡ кеүек тойғоларҙы тәрбиәләүгә, Ватан батырҙарының хәтерен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән проекттың мәртәбәһе тағы ла артыр, тип өмөтләнә ойоштороусылар.