18-се быуатта яҙылған Ҡөрьән, боронғо факсимиле, ҡулдан тегелгән милли кейем, антропология һәм археология тикшеренеүе өлгөләре. Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт институты бер быуатлыҡ эшмәкәрлегенә байҡау яһай.
Был музей – бер яҡтан музей төшөнсәһенең ғәҙәттәге аңлатмаһын раҫлап, тарихи артефакттарҙың кесе тупланмаһын танытһа, икенсенән, эҙләнеү-тикшеренеүҙәргә мөкиббән шәхестәрҙең оҙаҡ йылдар алып барған хеҙмәт емештәрен һаҡлай. Иң сағыу рәттә -милли кейем өлгөләре – сәсән Әсмә Усманованың үҙе теккән бүләге. Уларҙы дәртле бейеү мәлен сағылдырған фоторәсемдәр аралаштыра. Заманында бихисап сәхнәләрҙе гөрләткән фольклор-этнография ансамбле – институттың элекке хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Лидия Нагаеваның ҡаҙанышы.
Артабан Алексей Нечволоданың антропологик тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһе – баш һөйәге буйынса тергеҙелгән йөҙ-һындар. Башҡортостан ғалимының был хеҙмәте республиканан алыҫ төбәктәрҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Был ялан муҡсаһы — билдәле тарихи асыш авторы – археология бүлеген үткән быуат аҙағынан 2005 йылға тиклем етәкләгән Анатолий Пшеничнюк хәтерен һаҡлай. Ул 1988 йылда Филипповка ҡурғандарында тапҡан Скиф алтыны донъя музейҙарын буйһондорҙо.
Музейҙың был мөйөшөндә тарих менән хәҙерге көн ысынлап та йәнәш тора. Был быяла аҫтында ике быуат элек яҙылған китаптар урын алһа, быныһында башҡорт теленең машина фонды урынлашҡан. Тап ошо өлгөләр йөҙ йыллыҡ хеҙмәт ҡаҙаныштарын асыҡ күрһәтә. Боронғо китаптар — ғилми экспедиция табыштары. Бөгөнгәсә матур көйөнсә һаҡланған Ҡөрьән китабына ғилми хеҙмәткәрҙәр республиканың төнъяҡ-көнсығыш райондарының береһендә юлыҡҡан. Ҡулланма тел белеме һәм диалектология бүлеге институттың иң йәш хеҙмәте, ул 2022-се йылдың ғинуарында, мәғлүмәт технологиялары лабораторияһы нигеҙендә ойошторолған. Ул башҡорт теленең донъя мәғлүмәт селтәрендә ҡулланышына булышлыҡ итеү маҡсатын бойомға ашыра. Башҡорт телен телдәрҙе оптик таныу системаһына индереүгә өлгәшеү артабан башҡорт теленең машина фондын төҙөүгә булышлыҡ иткән.
Бөгөн фонд 12 бүлек фондын һәм 15 лингвистика базаһын берләштерә. Лексикология фондында ғына башҡорт теленең 58 һүҙлеге бар, улар Интернетта теләгән һәр кем өсөн асыҡ. Ғалимдар телде йәнә байытыр башҡорт диалектологияһы өлкәһендә эҙләнеүҙәр алып бара. Тимәк, йөҙ йыллыҡ эшмәкәрлек дәүерен билдәләргә йыйынған Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилемде киңәйтер ҙә, музейҙы тулыландырыр ҙа асыштары йәнә буласаҡ.