Радий Хәбиров Украинала барған махсус хәрби операцияла һәләк булған Денис Фәтхетдиновтың ғаиләһе менән осрашты һәм социаль учреждениеларҙа булды.
Денис Фәтхетдинов тәүгеләрҙән булып Шайморатов исемендәге ирекле батальонға яҙыла һәм контракт төҙөй. Августа отряд Украинала барған махсус хәрби операцияға инә. Донбасты фашистарҙан азат итеү барышында һәләк була. Денис Фәтхетдиновтың 5 һәм 2 йәшлек улдары ҡалды. Тол ҡатыны менән осрашыуҙа Башҡортостан башлығы ғаиләлә булған проблемалар тураһында белеште. Сөнки, ҡәйнәһенең дә ире Харьков өлкәһендә алыша.
Иглин районының Май ауылында башланғыс белем биреү мәктәбе һаҡланасаҡ. Мәғариф учреждениеһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уҡытыусы һәм балалар менән аралашты. Бында бер мөғәллим алты уҡыусыға белем бирә. Урта класс уҡыусылары Оло-Теләккә автобуста йөрөп белем үҙләштерә. Республика башлығы билдәләүенсә, тап ошондай мәктәптәрҙә һәләтле балалар үҫә.
Май ауылына сәфәре барышында Радий Хәбиров яңы фельдшер-акушер пунктын да ҡараны. Ул республика бюджеты иҫәбенә уҙған йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырылды. Был маҡсатта 3 миллион 200 мең һум бүленде. Башҡортостан башлығы шәфҡәт туташы менән аралашып, һөнәренә тоғро ҡалған Ләйлә Кайтаеваға рәхмәт белдерҙе һәм Фап-тың тирә яғын тиҙ арала тәртипкә килтерергә ҡушты.
Алдағы ике-өс йылда Май ауылына газ үткәреләсәк. Урындағы халыҡ менән осрашыуҙа республика башлығы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. Бында 273 кеше йәшәй һәм Иглин районында зәңгәр яғыулыҡҡа тоташмаған берҙән-бер ауыл. Ғаиләләрҙе мәсьәлә күптән борсой. Башҡортостан башлығы йорттарҙың ер биләмәһенә газ бушлай килтерелеүен хәтергә төшөрҙө. Шулай уҡ социаль ярҙамға мохтаж кешеләргә республикала зәңгәр яғыулыҡ үткәреү өсөн сертификат бирелеүен әйтте һәм урындағы хакимиәтте льготалар менән таныштырырға ҡушты. Аралашыу барышында Радий Хәбиров Денис Фәтхетдиновтың ғаиләһен онотмаҫҡа һәм ярҙам күрһәтеп торорға саҡырҙы.