Геройҙар беҙҙең күңелдә

Украинала нацистарға ҡаршы хәрби операцияла ҡатнашҡан Геройҙарҙың яҡындары һәм туғандары менән хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева осрашты.

Украинала нацистарға ҡаршы хәрби операцияла бар милләт вәкилдәре лә ҡатнаша. Иңгә-иң терәшеп Украинаны милләтселәрҙән азат итә улар. Хәрби ҡаһарманлыҡ күрһәтеп һәләк булған яҡташтарыбыҙ араһында удмур, рус, башҡорттар бар. Геройҙарҙың яҡындары һәм туғандары менән хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева осрашты.

Бала-саҡ бүлмәһендәге бөхтәлек, уйынсыҡтар, китаптар, тигеҙ теҙелгән ҡумталар хужаһын тоғро көткәндәй ул яратҡан тәртипте һаҡлай. Тик фоторәсемде рәхимһеҙ ҡара һыҙатҡа тотҡан таҫма менән Алтын йондоҙ – Герой миҙалы – уйҙарҙы аяуһыҙ ысынбарлыҡҡа әйләндерә. Хәрби заданиенынан ҡайтмаған Өфө егетенә юғары награда үлгәндән һуң бирелгән. Максим Серафимовтың ата-әсәһе дини кешеләр. Улдарын православие ҡанундарында тәрбиәләгәндәр. Иман, Ватан, Намыҫ төшөнсәләрен өҫтөн ҡуйып. Һәләтле, талапсан, яуаплы. Максимдың холҡон тасуирлағанда тап ошо һүҙҙәр яңғырай. Хәрби һөнәргә ҡыҙыҡһыныуы әле уҡырға өйрәнгәнсе үк асылған. Әсәһе уның бәләкәйҙән һорап алдырған китабын күрһәтә. Әкиәт түгел, ул ҡорал төрҙәре тураһында. Улының мәктәп тамамлағас Рязань һауа-десант юғары команда училищеһына барырға ҡарар итеүен дә, офицер булғас хәрби хеҙмәттең иң ҡыҙыу нөктәләренә барырға теләк белдереүен дә күндәм ҡабул итә әсә. Ғаиләләге тәрбиә ҡанундары ҡушыуынса.Махсус хәрби операцияла өлкән лейтенант 2022 йылдың 24 февраленән ҡатнаша. Көс буйынса күпкә ҡеүәтле һөжүмгә 10 сәғәттән ашыу ҡаршылыҡ күрһәткәндә, үҙ иңенә командир бурыстарын алған Максим Серафимов хеҙмәттәштәрен ҡотҡарыр өсөн гранатаны кәүҙәһе менән ҡаплап һәләк була. Үҙеңдең көслө һыҙаттарыңды белеп талап ителгән мәлдә дөрөҫ ҡулланырға Максимды бәләкәйҙән шөғөлләнгән грек-рим көрәше лә өйрәткәндер. Ошо залда ул 9 йәшенән башлап туғыҙ йыл даими шөғөлләнгән. Башҡортостан беренселеге, Волга буйы федераль округы, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа юғары һөҙөмтәләр күрһәткән. Спорт мастерына кандидат дәрәжәһенә өлгәшкән. Физик әҙерлеге генә түгел, теләге, тырышлығы, ныҡышмаллығы менән алдырған. Күнегеүҙәр егеттәрҙе һаҡланырға ғына өйрәтмәй, боронғо көрәш философияһы тормошҡа мөнәсәбәт менән ғәҙел көрәшкә әҙерлекте тәрбиәләй.

Батырлыҡ өсөн миҙалы менән бүләкләнгәнТамерлан Илһамов та үҫмер йәшенән спорт менән шөғөлләнгән, физик әҙерлеген нығытҡан. Волейбол, еңел атлетика буйынса район һәм республика ярыштарында призлы урындар яулаған. Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа Советтар Союзы геройы генерал Таһир Кусимов исемендәге гимназияла уҡыған. Бөгөн был уҡыу йорто диуарында батыр яҡташыбыҙ иҫтәлеген таҡтаташ һаҡлай. Көслө рухлы, ғәҙел һәм тырыш егет армияла хеҙмәтен тултырғас хәрби контрактҡа ҡул ҡуя. Рәсәй һауа-йыһан ғәскәрҙәрендә махсус тәғәйенләнештәге һауа, ракета һөжүменә ҡаршы беренсе армияның дүртенсе һауа оборонаһы дивизияһы гвардия зенит ракета полкын тәьмин иткән взвод тренажеры етәксеһе – техник вазифаһында хеҙмәт итә. Сирияла, Тажикстанда махсус хәрби бурыс үтәй. Украиналағы махсус операция барышында Донецк халыҡ республикаһы күген һауа һөжүменән һаҡлай. 2022 йылдың 4 июлендә, махсус тактика ракета төркөмөн ышыҡлау маҡсатында ҡупҡан яуҙа һәләк була. Шәхси состав һәм ҡоролманы үҙ ғүмере иҫәбенә һаҡлап ҡала. Батырлығы өсөн Тамерлан Илһамов үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ.

Яңауыл районы Иҫке Вәрәш ауылы халҡы яҡташтары, Рәсәй Геройы Игорь Нәсибуллиндың иҫтәлеген мәңгеләштерергә ҡарар иткән. Парк урамы уның исемен йөрөтәсәк. Буласаҡ офицер Иҫке Вәрәш мәктәбендә уҡыған. Хәрбиҙәр ғаиләһендә тыуған һәм илһөйәр тәрбиә алған егеттең ғүмерен армия менән бәйләргә ҡарар итеүе аңлашыла. Уҡыуын ул Кемерово радиоэлектроника кадет корпусында дауам итә, артабан Ҡазан танк команда юғары училищеһын тамамлай. Өлкән лейтенант Украинаға, махсус хәрби операция биләмәһенә, Белгород өлкәһе Валуйск ҡалаһында өсөнсө мотоуҡсы дивизияның 237-се танк полкы составында йүнәлтелә. Игорь Нәсибуллин етәкселек иткән танк ротаһы Балаклеяны, Гусаровканы, Изюмды азат итеүҙә ҡатнаша. Яуҙарҙың береһендә офицер ауыр яраланған хәрбиҙәрҙе эвакуациялауҙы үҙенең танкыһы менән ышыҡлап тәьмин итә. Ләкин Игорь Нәсибуллиндың танкыһына ракета эләгә. Экипаж ут ҡапҡан машинанан сығыуға миномёт утына эләгә. Ялҡындан хеҙмәттәшен сығарырға ярҙам иткәндә офицер үлемесле йәрәхәт ала. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән өлкән лейтенант Игорь Нәсибуллинға Рәсәй Геройы исеме бирелде. Башҡортостан башлығы батырҙың ата-әсәһенә республиканың юғары наградаһын – Шайморатов орденын тапшырҙы.Хәрби ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙҙың исемен һәр кем белһен һәм ихтирам итһен. Ошо маҡсат менән Игорь Нәсибуллиндың уҡыған мәктәбендә уның иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылған, киләсәктә Герой партаһы ла урынлаштырылыр.

Ил берҙәмлеге һәм халыҡ именлеге өсөн башын һалған ҡыйыу ватандаштарыбыҙ мәңге хәтерҙә. Ихтирам һәм иғтибарҙы мемориалдарға һалынған сәскәләр генә түгел, ысын Ватан һаҡсыһы тәрбиәләгән ғаиләләргә ҡарата хәстәрлекле мөнәсәбәт тә дәлилләй.