Башҡалала йәшелсә - емештәрҙе һынлы семәрләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте

Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы студенттары һәм педагогтары өсөн ойошторлған сарала республикабыҙҙың билдәле хужабикәләре, блогерҙар ҙа ҡатнашты.

Бына ошолай, иң ябай емештән дә сәнғәт әҫәре килеп сыға. Күңелдең ижадҡа һәм матурлыҡҡа ынтылыуы шарт. Һынлы семәрләү кулинарияла — карвинг тип атала. Кәмендә, ете тиҫтә быуатлыҡ тарихы бар. Иң мөһиме ижадсыға кәрәкле материалды эҙләп йөрөргә түгел, ул ҡул аҫтында. Бигерәк тә, көҙгө муллыҡ мәлендә. Эшләнгән матурлыҡтың ҡалдыҡтары ла юҡ, барыбер ашала, ти карвинг буйынса оҫта Олеся Юрова. Олеся Юрова өсөн һырлауға ауыр, йә уңайһыҙ емештәр юҡ. Оҫта тәүге биҙәктәрен 16 йыл элек эшләй башлаған. Хәҙер ул карвинг буйынса күп тапҡыр халыҡ-ара һәм Рәсәй чемпионаттары еңеүсеһе. Был йәнәлештә эшләүсе оҫталар һирәк, ти ул. Шуға ла Рәсәй ҡалалары буйлап йыш йөрөй, тәжрибәһе менән уртаҡлаша.

Студенттар менән бергә өҫтәл артына колледж етәксеһе лә баҫҡан. Нескәлектәре бихисап, ҡабаҡ карвинг өсөн ҡатыраҡ һәм ҡатмарлы йәшелсә булһа, ҡауында семәрҙәр эшләүе уңайлы, әммә ундағы биҙәктәр сағыу күренмәй. Әйткәндәй, ни тиклем сағыу емештәр алаһың, шул тиклем ундағы һырҙар матурыраҡ. Ябай ғына ҡыяр һәм кишерҙән бихисап биҙәк ҡарҡырға була.Кулинарияла йәшелсә-емештәрҙе һынлы семәрләүҙе беҙ совет осоронан өйрәндек һәм өйрәтәбеҙ, ти колледж уҡытыусыһы Рәйсә Хәмитовна. Әммә яңы тенденцияларҙы үҙләштереү, камиллашыу йәһәтенән оҫталыҡ дәресендә ихлас ҡатнаша.

Алмала япраҡтар, ҡыярҙан ҡыңғырау, редистан сәскәләр. Иң мөһиме — бысаҡты дөрөҫ ауышлыҡта тотоу һәм дөрөҫ баҫым яһап ҡырҡыу. Башта ябай ғына япраҡ ҡырҡырға өйрәнеү, ә ҡалғаны ваҡыт һәм фантазия емеше, ти хужабикәләр. Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында үткән сарала студенттар һәм педагогтарҙан тыш, билдәле хужабикәләр, блогерҙар ҡатнашты. Ашнаҡсылар биҙәлгән йәшелсә-емештәр ярҙамында ризыҡтың тәмен дә йәмен дә арттырырға тырыша, ваҡыт ҡына етһен. Карвинг башлыса ресторандарҙа ҡулланыла. Әммә бөгөнгө оҫталыҡ дәресе йәш ашнаҡсылар өсөн дә рестораторҙар өсөн дә берҙәй мөһим һәм кәрәкле.