Кисә иртән Истамбул-Өфө самолеты башҡала аэропортына ултырҙы. Төркиәләге фетнәнән һуң был беҙҙең аэропортҡа төшкән тәүге аэробус.
Истамбул, Антальянан Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодарға 5 самолетта 450 турист алып ҡайтылған. Кисә тағы ла 11 самолет менән Мәскәү, Ҡазан, Сочи, Екатеринбург, Өфө, Дондағы Ростовҡа ял итеүселәр ҡайтты. Ростуризм мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Төркиәлә әле беҙҙең илдән 5 мең кеше ял итә. Сәйәси хәл асыҡланғансы был илгә рейстар туҡталып торасаҡ.