Өфөлә Минск автомобиль заводының дилер үҙәге асылды

Тантаналы сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Беларусь республикаһы Премьер-министры Роман Головченко ҡатнашты

Минск автомобиль заводы Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһендә йөк машиналары, автобустар, троллейбустар һәм тағылма техника етештереүсе иң ҙур предприятие. Продукцияның күп өлөшө тап Рәсәйгә оҙатыла. Радий Хәбиров фекеренсә, үҙәктең киләсәге өмөтлө.

Предприятие Башҡортостанда махсус төҙөлөш, коммуналь һәм юл хужалығы өсөн техника етештереүҙе лә яйға һалырға йыйына. Киләсәк заводҡа нигеҙ һалыу дүрт майҙансыҡта күҙаллана. Проект буйынса Өфө, Өфө районы, Стәрлетамаҡ йә Туймазы ҡалалары өйрәнелә. Беларусь Республикаһы Премьер-министры билдәләүенсә, завод автомобилдәре тулыһынса Рәсәй һәм Беларусь заводтарында эшләнгән, йәғни, сит ил деталдәре юҡ тиерлек. Яңы үҙәкте асыу тантанаһынан һуң Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Беларусь республикаһы Премьер-министры Роман Головченко завод етештергән техника менән танышты. "МАЗ" йөк машиналары Ярославль заводы двигателе менән тәьмин ителгән, тимер-ҡалайҙары Магнитогорск тау-металлургия комбинатында етештерелгән, беркетеү әйберҙәре Бәләбәйҙең БелЗАН заводында эшләнгән. Туймазы ла бетон, Стәрлетамаҡта сүп-сар ташыу өсөн ҡулайламалар, ә Өфөлә тағылма, ауыл хужалығы, коммуналь, юл хужалығы өсөн техника сығарыла. Йәғни, Маз йөк машиналары базаһы бик отошло буласаҡ. Сөнки Башҡортостанда тап ошондай техникаға ҡытлыҡ күҙәтелә. Мәҫәлән, 250-нән ашыу үҙбушатҡысе машина, 200-гән ҡар таҙартыусы һәм урам һепереүсе, сүп-сар сығарыусы техника талап ителә.