Белем алыу энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙыу

Өфө районының Булгаков ауылы һәм баш ҡаланың 23-сө мәктәп уҡыусылары күрше мәктәптәрҙә йә иһә бөтөнләй онлайн форматта белем алырға мәжбүр

Өфө районының Булгаков ауылындағы 825 урынға иҫәпләнгән яңы мәктәп үткән йылдың декабрендә сафҡа индерелергә тейеш була. Тик проект документтарындағы хаталар сәбәпле төҙөлөш эштәре тағы ла оҙайтылған. Хәҙер инде уҡыусылар күрше ауылға йөрөп, йәиһә, бөтөнләй онлайн форматта белем алырға мәжбүр. Яңы белем усағы 2020 йылда төҙөлә башлаған. Объектта эштәр әле лә дауам итә. Төҙөүсе компания вәкилдәре лә, мәктәп директоры ла иһә эштәрҙең тамамланыу ваҡытын әйтеүҙән баш тарта. Был хәл буйынса Өфө районы прокуратураһы тикшереү башлаған. Шундай уҡ хәл баш ҡаланың 23-се мәктәбендә күҙәтелә. Авария хәлендәге бинала инде өсөнсө йыл рәттән реконструкция эштәрен башлай алмайҙар. Уҡыусылар яңы уҡыу йылын йәнә күрше 15-се мәктәпкә башлаған. Әле мәктәп кабинеттары суд приставтары менән мисәтләп ҡуйылған. Өфө ҡалаһының Совет районы прокуратураһы шулай уҡ тикшереү эштәре башлаған.

Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, 23-сө мәктәптә төҙөкләндереү эштәрен үткәреү өсөн әле документтар туплау бара. Объект ҡасан тулыһынса сафҡа индерелер әлегә билдәһеҙ.Быйыл дөйөм белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу буйынса Федераль программаға ярашлы, республикала 63 мәктәп бинаһы төҙөкләндерелде. Киләһе йылда – ике тапҡырға күберәк, 134 бина планлаштырылған. Өфө районының Булгаков ауылындағы һәм 23-сө мәктәптә төҙөкләндереү эштәре ҡасан башланыр, уныһы әлегә билдәһеҙ.