Башҡорт дәүләт медицина университеты ғалимдары хәрәкәт итеүҙәре сикләнгән, неврология ауырыуҙары менән яфаланған пациенттар өсөн үҙенсәлекле костюм уйлап тапҡан. Тәү ҡарауға ябай ғына күренгән костюмда датчиктар ҙа, электродтар ҙа бар. Улар ярҙамында хәрәкәт итеүҙән туҡтаған аяҡтар, ҡулдар эшләй башлай. омпьютер аша сигнал бирелеү менән хәрәкәт итмәгән ҡул-аяҡтар бөгөлә башлай. Башҡорт дәүләт медицина университеты ғалимдары һәр ауырыуға айырым алгоритм уйлап табырға ниәтләй. Күпселек бындай пациенттар – инсульт кисереүселәр, ти табиптар. Белоруссияла сығарылған виртуаль ысынбарлыҡ костюмы иң беренсе тактиль тойоуҙо һиҙемләү өсөн уйлап сығарылған. Уны кейгән кеше һуғыуҙы, ҡосаҡлауҙы ла тоя ала. Костюмда көс талап ителгән күнекмәләрҙе башҡарған осаҡта, уларҙың файҙаһын да тиҙерәк һиҙергә мөмкин. Һуңғараҡ ауырыуҙарҙа ҡулланыу өсөн әле команда һау кешеләрҙең айырым күнегеүҙәренә ҡарап махсус алгоритм уйлау менән мәшғүл. IT-технологиялар – медицинаның киләсәге, ти белгестәр. Был эш университеттың "Приоритет" дәүләт программаһынан ярҙам алған проекттарҙың береһе.
Үҙенсәлекле костюм
Өфө ғалимдары пациенттар өсөн үҙенсәлекле костюм уйлап тапҡан