Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Төркиәлә хәрби фетнәгә теләктәшлек белдергән уҡытыусылар араһында таҙартыуҙар башланған. Юғары уҡыу йорттарында, шәхси һәм дәүләт мәктәптәрендә эшләүсе 40 мең уҡытыусы эштән ҡыуылған. Фетнәне ойоштороуҙа шикләнеүсе Фәтхулла Гюлен әлегә Америкала. Анкара уны Төркиәгә биреүҙе талап итә.
Төнъяҡ Корея өс баллистик ракета осорҙо. 500-600 саҡырым алыҫлыҡҡа осоп барып етеүсе был ракеталар рәсми Сеулда ҙур борсолоу тыуҙыра. Быға тиклем Сеул Вашингтон менән бергә Көньяҡ Кореяла Таад ракета комплексын урынлаштырырға ҡарар иткәйне. Пхеньяндың ракеталар осороуын Сеулдың был аҙымына ҡарата яуап тип аңларға кәрәк, тип хәбәр итә мәғлүмәт агентлыҡтары.
Рәсәй президенты Владимир Путин Бөтә Донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡ хисабына үҙ фекерен белдереп сәйәсәт спортҡа ҡыҫылырға тейеш түгел, тип белдерҙе. Ошо документ нигеҙендә Халыҡ-ара олимпия комитетына һәм халыҡ- ара спорт федерацияларына Рәсәй спортсыларын ярыштарҙан ситләтерергә тәҡдим ителгән.
Ҡытайҙа никахҡа инеүсе йәштәр затлы машиналарҙа түгел, скутерҙа йөрөй. Әммә ике тәгәрмәсле транспортта ҡатынһыҙ ҡалыуың да ихтимал. Скутер һикертеүе була, артта моңайып китеп барған ҡатын төшөп тә ҡала. Ә кейәү егете артына ла әйләнеп ҡарамай юлын дауам итә.