Хеҙмәтенә күрә хөрмәте

Машиналар эшләүселәр көнө уңайынан Башҡортостанда бер төркөм тармаҡ алдынғыларын бүләкләнеләр

Республика башлығы Радий Хәбиров исеменән хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров тәбрикләнеүселәрҙе байрам менән ҡотланы һәм теләктәрен еткерҙе. Был һөнәр эйәләре илебеҙҙә һәм республикала ҙур әһәмиәткә эйә. Сөнки машиналар эшләү — сәнәғәттең кәрәкле, мөһим йүнәлештәренең береһе. Һуңғы йылдарҙа тармаҡтың йылдам үҫешенә ҡыуанмау мөмкин түгел, тине премьер-министр. Намыҫлы хеҙмәте һәм тармаҡ үҫешенә үҙ өлөшөн индергәне өсөн машиналар эшләүселәргә дәүләт наградалары: Салауат Юлаев ордены, "Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн" миҙалы, маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары һәм маҡтаулы исемдәр бирелде.

"Халыҡтар дуҫлығы" ордены менән бүләкләнеүсе Әхәт Мостаев 40 йылдан ашыу Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә эшләй. Ул техниктан алып алдынғы инженер-технологка тиклем хеҙмәт юлы үткән.