Өфөлә саңғыроллерҙарҙа ярышыу буйынса беренселек үтте

Унда 18 йәштән өлкән һәр кем ҡатнаша алды.

Проекттың маҡсаты – саңғы ярыштары һәм башҡа спорт төрө менән даими шөғөлләнеүселәрҙең һанын арттырыу. Бындай сара төрлө төбәктә йәшәүсе, 18 йәштән өлкән булған спорт һөйөүселәрҙе берләштерергә ярҙам итәсәк, ти ойоштороусылар. Еңеүселәрҙе бүләкләү ноябрь айында Мәскәүҙә уҙасаҡ. Әлегә был проектта ҡатнашырға теләп ғариза биреүселәрҙең һаны йөҙгә яҡын.