Өфөлә йәшәүселәрҙе ҡала өҫтөндәге томанһыу борсоуға һала

Тулыраҡ: Өфөлә йәшәүселәрҙе ҡала өҫтөндәге томанһыу борсоуға һала

«Өфөнефтехимдағы» шартлауға уның бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ. Синоптиктар әйтеүенсә, томанға Урал артындағы урман янғындары сәбәпсе булыуы ихтимал. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан бер-нисә йыл элек торфлы һаҙлыҡтар яныу сәбәпле Мәскәүҙе ҡуйы томан ҡаплағайны. Белгестәр Өфөгә ҡурҡыныс янамай тип ышандыра. Башҡала өҫтөндәге томанһыуҙы Пермь университеты белгестәре йыһандан да төшөрөп алған.