Һеҙҙең ярҙамды Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашҡан яҡташтар көтә, тине Радий Хәбиров. Республика башлығы мөрәжәғәтен хөрмәт һәм рәхмәт һүҙҙәренән башлай.
Ватан һаҡсыларының кәйефе хәрбиҙәрсә. Ил ҡушҡан бурысты үтәргә улар әҙер. Армияла хеҙмәт иткәндәр, тәжрибәләре бар. Өйҙә көтөргә ҡалғандарҙың теләге бер. Имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, тиҙәр. Ил берҙәмлеген нығытыу һәм халыҡ тыныслығын һаҡлау бурысын иңенә алған яҡташтарыбыҙ дәртле йырҙар оҙатыуында автобустарға йүнәлә. Ошо майҙандан улар хәрби әҙерлек урынына юл алды.
Украинала баш күтәргән нацистарға ҡаршы көрәшеүселәр сафын тулыландырыусыларҙың һәр береһе илебеҙҙең мөстәҡиллеген, бөтөнлөгөн, бойондороҡһоҙлоғон яҡлау кәрәклеген яҡшы аңлай. Ике бер туған һәм ут курше. Өсөнсөһөнә саҡырыу килгәс, ул да ҡушылған. Махсус хәрби операцияға барыу, башлыса, егеттәрҙең үҙ теләге. Беҙҙең кеүек типһә тимер өҙөрлөк егеттәр ил һағына баҫмаһа, тағы кем, тигән һорауға һорау менән яуап бирҙе улар. Башҡаланың Ленин һәм Киров районы хәрби комиссариатынан өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылған беренсе төркөм ир-егеттәрҙе хеҙмәткә оҙаталар. Тәүге рәттә ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт итеүселәр, запастағылар. Егеттәр төшөнкөлөккә бирелмәй, киреһенсә уларҙан дәрт һәм рух бөркөлә. Ҡурай һәм моңло йыр менән Башҡортостан дәүләт концерт залы хеҙмәткәрҙәре бөгөн 2 егетте ил һағына оҙата. Саҡырыу килгәс оҙаҡ уйламай ризалыҡ биргән ҡыйыу егеттәр.Башҡаса булыуы мөмкин түгел икән, ил саҡырғас барабыҙ, ти Рөстәм. Бөгөн тиҫтәләгән ир-егет Украинала баш күтәргән нацистарға ҡаршы көрәшеүселәр сафын тулыландырҙы. Уларҙың һәр береһе илебеҙ бөтөнлөгөн, мөстәҡиллеген яҡлау кәрәклеген аңлай. Ғәҙәттәгесә, хәрби комиссариат янында тынлы оркестр башҡарыуында «Словянканың хушлашыуы» яңғырай, әммә бөгөн ул икеле хистәр уята. Бөгөн егеттәр Рәсәй хәрби частәрен ойоштороу урынына юлланды. Унда һәр кемдең әҙерлек кимәлен күтәреү маҡсаты ҡуйылған.






