Референдум тамам

Йәмәғәт күҙәтеүселәре Һайлау тәртибенең боҙолмауы өсөн яуап бирҙе.

Унда Луганск һәм Донецк халыҡ Республикаларынан, Запорожск, Херсон өлкәләренән Башҡортостанға мәжбүри күсеп килеүсе граждандар тауыш биреү хоҡуғын алды. Өфөлә улар өсөн УМПО мәҙәниәт һарайында һайлау участкаһы эшләне. Һайлау комиссияһы эшен дә мәжбүри күскенселәр башҡарҙы. Һайлау процесы бөтә талаптарға ярашлы барҙы: документтарҙы тикшереү, ҡултамға ҡуйып бюллетень алыу һәм махсус кабинкала уны тултырыу. Йәмәғәт күҙәтеүселәре Һайлау тәртибенең боҙолмауы өсөн яуап бирҙе. Күсеп килеүселәр референдумды ыңғай ҡабул итеүҙәрен һәм был хәлде күптән көтөүҙәрен белдерҙе.