Референдум миллиондарса кешене геноцидтан ҡотҡара

Референдумдарҙың тәүге һөҙөмтәләре билдәле булды.

Луганск, Донецк халыҡ республикаларының, Херсон һәм Запорожье өлкәләренең Рәсәй составына инеүе буйынса референдумдарҙың тәүге һөҙөмтәләре билдәле булды. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Луганск халыҡ Республикаһында халыҡтың 98,42 проценты, Донецк Халыҡ Республикаһында — 99,23, Херсонда - 87, Запорожьела 93,11 проценты Рәсәй составына инеү яҡлы. Тауыш биреүгә бәйле тәүге белдереүҙәр ҙә бар. "Референдум миллиондарса кешене геноцидтан ҡотҡара", - тине Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин.