Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизация дауам итә

Башҡаланың Киров һәм Ленин райондары хәрби комиссариатынан сираттағы төркөм хәрби әҙерлек урынына юлланды.

Оҙатыу тантанаһында район хакимиәте башлыҡтары, дин әһелдәре, шулай уҡ республика Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты.

Кемдер ҙур рюкзак, тулы обмундирование менән, кемдер еңелсә башҡаланың хәрби комиссариаты янына килгән. Ил һағына баҫыусы егеттәр яҡындары менән хушлаша. Тәүге рәттә Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт итеүселәр, резервтағылар. Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев оҙатыу тантанаһында сығыш яһап, ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ, бөгөн сәнәғәт хәрби рельстарға ҡуйыла, дәүләт власы органдары махсус эш режимына күсерелә һәм һәр кем үҙ урынында ил башлығы ҡабул иткән ҡарарға ярашлы эш итә, тине. Махсус хәрби операция барышында ил һағына баҫыусыларҙың ғаиләләренә Республика төрлө яҡлап ярҙам ҡулы һуҙасаҡ. Еңел булмаған осорҙа ил һаҡсылары сафына баҫыу үҙе үк батырлыҡ. Шәмсетдин хәҙрәт егеттәрҙең иҫән-һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләп доға ҡылды. Ватан һаҡсылары төшөнкөлөккә бирелмәй, кәйефтәре хәрбиҙәрсә. Ил ҡушҡан бурысты үтәргә әҙер. Ә инде өйҙә көтөргә ҡалған әсәйҙәре, ҡатындары, балаларының теләге бер: егеттәр тиҙ арала еңеү менән, имен-һау әйләнеп ҡайтһын. Илебеҙ бөтөнлөгөн, именлеген, бойондороҡһоҙлоғон һәм халыҡ тыныслығын һаҡлау бурысын иңенә алған яҡташтарыбыҙ артабан хәрби әҙерлек урынына юл алды.