Ростех предприятиелары менән хеҙмәттәшлек даими һәм эҙмә-эҙлекле

Әлегә тиклем үткән ултырыштарҙа ҡабул ителгән 100 йөкләмәнең күбеһе бойомға ашырыла бара.

Властың эре корпорациялар менән бәйләнеш тотоу маҡсатында эшсе төркөм ойоштороу тәжрибәһен – Башҡортостан ҡуллана башлаған ноу-хау тип билдәләргә мөмкин. Ошо хаҡта Радий Хәбиров Мәскәүҙә Ростех менән берҙәм эш итеү буйынса ведомство-ара комиссия ултырышынан һуң белдерҙе. Башҡортостандың Ростех предприятиелары менән хеҙмәттәшлеге даими һәм эҙмә-эҙлекле. Әлегә тиклем үткән ултырыштарҙа ҡабул ителгән 100 йөкләмәнең күбеһе бойомға ашырыла бара.

2022 йылдың тәүге һигеҙ айында Ростехтың Башҡортостандағы предприятиелары етештереү ҡеүәтен арттырыуын иҫбатлай. Туймазы автобетон ташыусы машиналар һәм Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводтарында етештереү ике тапҡырға, Күмертау вертолеттар эшләү берекмәһендә 30, "Гидравликала" 10 процентҡа артҡан. Предприятиеларҙың дәүләт оборона заказын үтәү һәм технологик үҙаллылыҡты тәьмин итеүҙәге әһәмиәте мөһим.

Башҡортостан башлығы Күмертау авиапредприятиеһында республика өсөн етештерелгән янғын һүндереүсе Ка-32 вертолетының файҙалы эшмәкәрлеген билдәләп үтте. Быйыл техноген һәм тәбиғәт янғындарын һүндергәндә вертолет үҙенең бар мөмкинлектәрен күрһәтте, тине Радий Хәбиров. Ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышында ҡатнашыусылар корпорация предприятиелары өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләһен ҡараны. Стәрлетамаҡ политехник колледжы нигеҙендә Станоктар төҙөү компанияһы менән берлектә "Механика" йәмғиәте предприятиелары өсөн белгес әҙерләү үҙәге асылды. Уны булдырыр өсөн республика 2023 йылға "Профессионалитет" Федераль проекты сиктәрендә 100 миллион һумлыҡ грантты ҡуллана. Комиссия ултырышында Ростехтың Башҡортостандағы предприятеларының әүҙем эше баһаланды, етәкселәр етештереүҙе үҫтереү пландарын уртаҡлашты.