Хоккейсы ғәйебен таныны

Быға тиклем "Салауат Юлаев" клубының элекке ҡапҡасыһы Әнүәр Сөләймәновҡа һәм Михаил Воробьевҡа хөкөм ҡарары иғлан ителгәйне.

"Салауат Юлаев" хоккей клубының элекке уйынсыһы Владислав Лукин суд ултырышында хәрби билет һатып алыуҙа үҙ ғәйебен таныны һәм Ҡораллы Көстәргә барырға әҙерлеген белдерҙе. Мәхкәмә ултырышы ил президенты иғлан иткән өлөшләтә мобилизация ваҡытына тура килә. Өс хоккейсы хәрби билет һатып алыуҙа ғәйепләнә. Быға тиклем "Салауат Юлаев" клубының элекке ҡапҡасыһы Әнүәр Сөләймәновҡа һәм Михаил Воробьевҡа хөкөм ҡарары иғлан ителгәйне.

Әлеге ваҡытта "Югра" хоккей клубында уйнаусы Владислав Лукинға ҡарада суд ултырышы дауам итә. 25 йәшлек егет 2019 йылда хәрби хеҙмәттән азат ителеү өсөн танышы аша хәрби билет һатып алған, бының өсөн ул 159 мең һум аҡса тапшырған. Шулай уҡ, водитель таныҡлығын да ошо кеше аша уҡ эшләткән. Ленин районы судында шаһиттарҙың яҙма күрһәтмәләре ҡаралды. Хоккей клубтарынан ҡылыҡһырлама ла суд ҡарамағына тапшырылды.

Владислав Лукиндың ғаиләһе бар һәм бәләкәй бала тәрбиәләй. Ул һәр яҡлап та ыңғай тасуирлана. Уйынсы үҙ ғәйебен таныны.