3400 кеше һыйҙырышлы универсаль спорт һәм концерт залының нигеҙе әҙер, ти төҙөүселәр. Уңайлы булһын өсөн, ул амфитеатр формаһында эшләнәсәк. Ошо рәүешле һуңғы рәттә ултырыусы тамашасы ла, келәмдә-сәхнәлә нимә барғанын күрәсәк. Спорт комплексы халыҡ-ара һәм ил кимәлендәге ярыштарҙы үткәрергә тәғәйенләнә. Ситтән килеүселәр өсөн ҡунаҡхана ла ҡаралған. Ғөмүмән, халыҡ-ара спорт көрәше үҙәгенең проекты үҙенсәлекле. Әлеге мәлдә 6 ҡаттың тәүгеһендә төҙөүселәр мәж килә. Шулай уҡ, бина тирәләй колонналарға монолиттан бағана фундаменттары һалыу буйынса эштәр уҙғарыла.
28 мең квадрат метр майҙанда урынлашҡан үҙәк күп функциялы. Бында спорт көрәшенән тыш, башҡа спорт төрҙәре менән дә шөғөлләнергә буласаҡ. Баскетбол, волейбол, мини-футбол, һырғалаҡ өсөн майҙансыҡтар ҡаралған. Шулай уҡ, асыҡ һауала милли көрәш өсөн дә майҙан булыр тип күҙаллана.
Халыҡ-ара спорт көрәше үҙәге баш ҡалалағы Октябрь районының Глумилин биҫтәһендәге Муса Гәрәев – Архитектор Рехмуков – Рудольф Нуриев һәм Комсомол урамдары кварталында төҙөлә. Урындағы халыҡҡа аллеялы парк ултыртырға ла ниәтләйҙәр.






