Республика башлығы мобилизацияға эләгеүселәрҙең ғаиләләренең исемлеген төҙөргә ҡушты

Радий Хәбиров был турала оператив кәңәшмәлә белдерҙе

Исемлек, тәү сиратта, хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү йәһәтенән кәрәк, тине Радий Хәбиров. Хәрбиҙәргә һум уларҙың ғаиләләренә ярҙамды Радий Хәбиров хөкүмәттең төп бурысы, тип билдәләне. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин сюжетына ҡарағыҙ. Башҡортостанда өлөшләтә моблизация кампанияһына юғары баһа бирелә. Республика хәрби әҙерлеккә саҡырылыусыларға ҡорал менән ярҙам итә алмаһа ла, башҡа төр булышлыҡ күрһәтеү ҡулдан килерлек эш. Радий Хәбиров әйтеүенсә, мобилизацияға эләгеүселәр, уларҙың яҡындары иғтибарһыҙ ҡалырға тейеш түгел. Башҡортостан башлығы уҙған ял көндәрендә Һарытауҙа, Башҡортостандан алынған хәрбиҙәр менән осрашҡайны. Был гарнизондағы мотоуҡсылар полкы 95 проценттан республика кешеләренән тора. Рәсәйҙең хәҙер яңы ҡалаһы — Красный Луч ҡалаһына гуманитар ярҙам күрһәтә. Субьектта референдум уҙғарыуҙы ойоштороуҙа Башҡортостан ситтә ҡалманы.

Һуңғы осорҙағы иң мөһим яңылыҡтар менән бергә республика башҡа көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итергә тейеш. Уларҙың береһе – итисадты үҫтереү генә түгел, уны камиллаштырыуҙа яңы юлдарҙы аныҡлау. Мәҫәлән, был аҙнала Төркиәлә "Башҡортостан көндәре" көтөлә. Тик унда башҡарма власть органдары ҡатнашмай. Төп эшмәкәрлекте бизнес-даирә үҙе хәл итәсәк.

Ә шишәмбелә иһә республика "ҡыш миҙгеленә" әҙерлекте тамамлай.

Радий Хәбиров элек бирелгән йөкәләмәләрҙең үтәлеше менән дә ҡыҙыҡһынды. Башҡортостан тарихында 4-сегә ҡабатланған рекорд. Республика 1980-се йылдан бирле беренсе тапҡыр 5 миллион тонна иген йыйып алды. Һәр гектарҙан яҡынса уртаса 29 гектар ашлыҡ үҫтереү - еңел эш түгел. Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов билдәләүенсә, ураҡ эштәре әле һуңғы гектарҙарҙа бара. Тик хужалыҡтар уңышының юҡҡа сығыуы бар. Республикала ҙур күләмле ашлыҡты һаҡлауға элеваторҙар юҡ тиерлек. Радий Хәбиров ошо мәсьәләгә етди иғтибар кәрәклеген әйтә.

Аҙна аҙағына тиклем республикала тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға көтөлә. "Башҡорт ихаталары" тигән программаның быйылғы өлөшөнә йомғаҡ яһала. Төбәк үҙ өҫтөнә алған бурысты тулыһынса үтәгән, етешһеҙлектәр юҡ. Хәҙер иһә киләһе йылға маҡсаттар билдәләргә кәрәк. Көҙ миҙгеле йомғаҡтар яһау осоро ғына түгел. Октябрь һәм ноябрь тын юлдары ауырыуҙарының ҡоторған мәле. Төбәктә гриппҡа ҡаршы кәм тигәндә ике миллион кешене вакцинациялау көтөлә.

Әйтеүебеҙсә, көҙ йомғаҡтар осоро. Дүшәмбе кәңәшмәһендә Башҡортостанда быйыл, балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға ла баһа бирелде. Тик был мәсьәлә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Октябрҙә Радий Хәбиров ҡатнашлығында ошо йүнәлештә тағы бер ултырыш буласаҡ. Ә киләһе аҙнала иһә Башҡортостан үҙ байрамы – Республика көнөн билдәләй. Тантаналарҙа лайыҡлыларҙың береһе лә ситтә ҡалырға тейеш түгел. Радий Хәбиров ентекле әҙерлеккә саҡыра.