Өфөгә Донецк Халыҡ Республикаһынан етем 32 бала килде

Үкһеҙ етем балалар быға тиклем Донецк ҡалаһындағы мәктәп-интернатта тәрбиәләнгән.

Ун ете ҡыҙ һәм ун биш малай. 7 йәштән алып 14 йәшкә тиклемге балалар Донецк Халыҡ Республикаһынан килде. Балаларҙы Башҡортостандың бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Панчихина Ростов станцияһында ҡаршы алып, Өфөгә тиклем оҙатты.

Үкһеҙ етем балалар быға тиклем Донецк ҡалаһындағы мәктәп-интернатта тәрбиәләнгән, һуңғы 9 ай Дондағы Ростов ҡалаһында ваҡытлыса йәшәү пунктында тәрбиәләнгән.

Башҡортостан хәҙер уларҙың яңы йәшәү урыны. Балалар менән социаль-педагогар, психологтар, медицина белгестәре эшләйсәк. Яңы уҡыу йылы күптән башланды, шуға күрә ҡалдырылған дәрестәрҙе, мәктәп программаһын ҡыуып етәһе бар әле. Донецк ҡалаһындағы мәктәп-интернатта тәрбиәләнгән балалар республика ғаилә үҙәктәренә йүнәтелде. Үҙәктә улар өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. 3 автобусҡа бүленеп, Учалы, Кумертау ҡалаларына һәм Күгәрсен районына юлланды улар.

Әлбиттә, бер туғандар айырылманы, бер үҙәккә йүнәтелде. Һәм киләсәктә, ғаиләләргә тәрбиәгә биргәндә лә улар бергә йәшәйәсәк.