Стәрлетамаҡ районында баҫыу көнө дауам итә

Тулыраҡ: Стәрлетамаҡ районында баҫыу көнө дауам итә

Унда илдең 11 төбәгенән ауыл хужалығы тауар етештереүселәре, Италия һәм Германиянан ҡунаҡтар ҡатнаша. Баҫыу көнө быйыл бер-нисә майҙанда үтә. Уларҙың һәр береһендә ауыл хужалығының ҡаҙаныштары менән танышырға мөмкин. Италиялағы эре компания вәкиле форумда тәүге тапҡыр ҡатнаша. "Салават" агрофирмаһы нигеҙендә кәбеҫтә гибридтары, сөгөлдөр һәм картуфтың 20 нән ашыу сорты менән танышырға мөмкин ине. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов картуфтың тиҙ өлгөрә торған сорты менән ҡыҙыҡһынды. Белгестәр әйтеүенсә, быйыл аҙыҡ-түлек именлеге өсөн борсолорға урын юҡ.Йылдағыса Баҫыу көнөндә ауыл хужалығындағы алдынғы ҡаҙаныштар менән танышырға мөмкин. Бында заманса ауыл хужалығы техникаһына ла, үҫентеләрҙе тәрбиәләү һәм эшкәртеү өсөн яңы технологияларға ла урын бар.Аграрийҙар менән осрашыуҙа Рөстәм Хәмитов төбәктә хужалыҡтар араһында ҙур кооперация булдырыу кәрәклеген белдерҙе. Ә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүҙә күләмгә түгел, ә сифатҡа ихтибар арттырырға кәрәк. Етештерелгән тауарҙы һатыу-хәл итеүҙе талап иткән икенсе мәсъәлә.Пленар ултырышта аграрийҙар төбәктә ураҡ барышына ла баһа бирҙе. Республика башлығы билдәләүенсә, аграрийҙар быйыл үткән йылдағы кеүек күләмдә ашлыҡ йыйырға тейеш. Тимәк ауыл хужалығы эшсәндәре алдында 3 миллион тоннан ашыу ашлыҡ йыйыу маҡсаты тора,тигән һүҙ.