Башҡортостан умартасылары бал һыға башланы

Тулыраҡ: Башҡортостан умартасылары бал һыға башланы

Алтынға бәрәбәр ризыҡ батманға төшкәнгә тиклем оҙайлы һәм ҡатмарлы юл үтә. Быйылғы татлы ризыҡтың сифаты, күләме ниндәй булыр, башҡорт балын яратыусылар балһыҙ ҡалмаҫмы? Иң йәмле миҙгел — ейән-ейәнсәрҙәр ҡунаҡҡа ҡайтҡан, ә бал ҡорттары даҙандарҙы бал менән тултырған мәл, тип һөйөнә Фидай ағай. Ҡорттан ҡурҡмаһаң улар саҡмай, тип беҙҙе тынысландырыусы ейәндәр ситтәнерәк күҙәтте. Ә умартасы олатайҙың кәйефе яҡшы, бал йыйыу өсөн йәй уңай килде, ти умартасы. Һәр рамдан 3 кило ярым бал ала ул.Бал йыйыу — умартасының хеҙмәтенә йомғаҡ яһау мәле. Балын яратһаң бәләһен дә ярат, ти халыҡ. Яҙ башынан ҡорттары менән булыша Фидай Абраров. Тәүге уңышты алғанда уҡ умартасы һәр кәрәҙдән сығасаҡ бал күләмен иҫәпләй һәм сифатын ҡарай. Ә үҙ балыңдың сифаты шикләндермәй. Бал ҡортоноң үҙе кеүек егәрле һәм состар һәр ваҡыт яҡшы уңыш ала. Фидай ағай иһә 5 намаҙын да уҡырға өлгөрә, теләгәндәргә умартасы серҙәрен аса. Йыл әйләнәһенә юл буйында, ҡала баҙарҙарында бал һатыусыларҙы күреп күнеккәнбеҙ. Барыһы ла балды Башҡорт балы исеме аҫтында һата. Ә ысынында улар йыш ҡына сифатһыҙ бал булып сыға. Тәү ҡарашҡа сифатын, ҡайҙан икәнлеген белеүе ҡыйын. Һатып алыр алдынан ветеринар станция биргән кенәгәләрен һорайбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хужалар миҙгелдең яңы ғына башланыуына һәм әле документтарының әҙер булмауына һылтана. Үҙебеҙҙең бал күп булһа ла республикаға сит өлкәнән индерелгәне лә бихисап. Хатта Ҡытайҙан килтерелә. Һәр кемдең лабораторияла ризыҡтың сифатын тикшерергә мөмкинселеге юҡ. Иң отошлоһо таныш умартасынан алырға. Әгәр ҙә ундай мөмкинлек юҡ икән еҫенә, төҫөнә, тәменә иғтибар итергә онотмағыҙ. Башҡорт балының брендын юғары кимәлдә һаҡлау һәр умартасының бурысы. Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге ошо исемгә тап төшөрмәҫкә саҡыра.