Бөгөн Республика көнө билдәләнә

Бөгөн Республика көнө билдәләнә

Ошо уңайҙан һәр ҡала һәм районда халыҡ байрамдары үтә. Республика буйынса тарихи датаға арналған төрлө саралар ойошторола. Төп байрамын Башҡортостан ҙур уңыштар менән ҡаршылай. 2022-се йылда сәнәғәттә йылдам үҫеш күҙәтелә. Иҡтисадҡа аҡса һалыу артҡан, күләмле инвестиция проекттары ғәмәлгә ашырыла. Федераль үҙәктән алынған статус Башҡортостанға һәр йәһәттән үҫеш мөмкинлеге бирҙе. 2 тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт эсендә үҙаллылыҡ төшөнсәһе лә үҙгәрҙе. Әммә байрамдың мәртәбәһе төшмәне. Башҡортостанда йөҙҙән ашыу милләт халҡы татыу тормош көтә. Республика көнө уларҙың барыһы өсөн дә берҙәмлек, дуҫлыҡ байрамына әйләнгән. Республикабыҙ Рәсәй составында булыуы менән ышаныслы, ә ил үҙенең милли республикалары менән көслө. Бөгөнгө байрамдың биҙәлеше нисек кенә үҙгәрмәһен, Башҡортостан өсөн янып йәшәгән һәр кем уны үҙ байрамы итеп ҡабул итә.