Награда үҙ геройын тапты

Награда үҙ геройын тапты

Бүләкләнеүселәр араһында бынан 25 йыл элек Анапа күгендә тиҫтәләрсә кеше ғүмерен ҡотҡарып ҡалған Башҡортостан пилоттары ла бар ине. Республика етәксеһе Радий Хәбиров тырышлығы менән экипаж батырлығы танылды, ғәҙеллек тергеҙелде. һуңынан Владимир Путиндың оло фәжиғәгә юл ҡуймаған яҡташтарыбыҙҙы юғары дәүләт наградаһы менән бүләкләү хаҡындағы Указа ҡул ҡуйҙы. Пилоттарҙың батырлығы хаҡында хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова сюжеты.Константин Бузанов был көндө әлегеләй хәтерләй. 1996 йылдың 23 августы ... Анапанан Өфөгә рейс башҡарған Ту-134 самолеты сираттағы маршруты буйынса юлға сыға. Әммә күккә күтәрелеп тә өлгөрмәй, самолетҡа ҡоштар килеп бәрелә. Бәрелеш көсөнән шунда уҡ һул двигатель сафтан сыға. Осоу һыҙаты бөтөү менән диңгеҙ башлана. Самолетты һыуға ултыртып булмай, ул шунда уҡ батасаҡ. Икеләнеүгә ваҡыт юҡ. Кисекмәҫтән ҡарар ҡабул итеү мотлаҡ. Самолетты кире бороп ергә төшөрөргә кәрәк. Һауалағы 18 минут ваҡыт – йәшәү һәм үлем араһында ҡала. Самолет эсендә 60-ҡа яҡын пассажир һәм 7 экипаж ағзаһы. Һауа судноһы командаһы берҙәм һәм аныҡ эш итеүе һөҙөмтәһендә самолетты фәжиғәһеҙ ергә ултырта ала. Ғүмерҙәренең ҡыл өҫтөндә булыуын пассажирҙар аңламай ҙа ҡала. Ни өсөн самолетты кире борҙоғоҙ тип, үҙ ризаһыҙлығын белдереүселәр ҙә булған. Егеттәр иһә бер двигателле самолетты фәжиғәһеҙ ултыртыуҙарын батырлыҡ тип баһаламай. Баҫалҡылыҡ менән беҙ үҙ эшебеҙҙе башҡарҙыҡ, ти улар. Самолеттың штурманы Салауат Хәбиров емерелгән двигательдең бәләкәй генә өлөшөн һаҡлап алып ҡалған. Яҙмыш бүләге итеп. Батырлыҡ онотолорға тейеш түгел . Күптән түгел Владимир Путиндың оло фәжиғәгә юл ҡуймаған яҡташтарыбыҙҙы юғары дәүләт наградаһы менән бүләкләүе хаҡында Указы сыҡты. Экстремаль шарттарҙа кешеләрҙе ҡотҡарғанда күрһәткән ҡыйыулығы һәм юғары профессионализмы өсөн Батырлыҡ ордены менән самолетының икенсе пилоты Константин Бузанов, штурманы Салауат Хәбиров, борт механигы Петр Филипов һәм экипаж командиры Владимир Былда бүләкләнде. Наградаларҙы республика башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Экипаж командирынының орденын ҡыҙы Наталья ҡабул итеп алды.Йәмәғәт ойошмалары, Рәсәйҙең пенсионерҙар берлеге һәм Республика етәксеһе Радий Хәбиров тырышлығы менән экипаж батырлығы танылды, ғәҙеллек тергеҙелде.