Күңелһеҙ хәлдәрҙең барыһы ла тиерлек һыу инеү рөхсәт ителмәгән урындарҙа күҙәтелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡты тыйыу билдәләре лә, ҡурҡыныс хәлдәр ҙә туҡтатмай. Шуға ла йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге инспекторҙары һәм граждандарҙы яҡлау идаралығы вәкилдәре законһыҙ ойошторолған ҡомлоҡтар буйлап рейдтар үткәрергә мәжбүр. Маҡсаттары һыуҙа бәхетһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеү. Һыу инеп, ҡомда ҡыҙынырға килгән Затон биҫтәһе халҡына оҙаҡ ял итергә тура килмәне. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге инспекторҙары һәм граждандарҙы яҡлау идаралығы вәкилдәре һыуға инеүҙе тыйған билдәләрҙе инҡар итеүселәр менән ҡәтғи һөйләште. Күрмәнек, тигән һылтауҙарға инспекторҙар иғтибар итмәне. Хәйләһеҙ балалар ғына юл буйында бер нисә тыйыу билдәһен күреүҙәрен йәшермәне. Ә был мәктәп балалары ололар ҡарауынан тыш, йылғаға үҙҙәре генә килгән. Үҙәк белгестәре урында уҡ аңлатыу эштәре үткәрҙе. Артабан инспекторҙар балаларҙың ата-әсәләре менән бәйләнешкә инәсәк. Әленән әле иҫкәртеп тороуҙарға ҡарамаҫтан рөхсәт ителмәгән урындарҙа халыҡ бәләкәй балалары менән килеүен дауам итә. Өфө ҡалаһында һыу инергә, ҡыҙынырға рөхсәт ителгән 10 пляж иҫәпләнә. Шуға ҡарамаҫтан халыҡ үҙенә уңайлы, яҡын урандарҙа туҡтала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы тап ошондай урындарҙа күңелһеҙ хәлдәр йыш осрай. Һыу инеү миҙгеле асылғандан алып республика буйынса 47 кеше батып үлгән, 9 кешене ҡотҡарып ҡала алғандар. Әгәр ул урында һыу инеү тыйылған икән, тимәк бушҡа түгел. Яр буйҙары сүп-сар, быяла ярсыҡтарынан таҙартылмаған, һыуҙың төбө тикшерелмәгән, берәй хәл була ҡалһа ҡотҡарыусылар ҙа юҡ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, башлыса күңелһеҙ хәлдәргә эскән килеш һыуға инеүселәр тарый. Ә ата-әсәләрҙең балаларын ҡарауһыҙ йылға буйында ҡалдырыуы арҡаһында быйыл республикала 11 баланың ғүмере өҙөлгән. Тыйылған билдәләргә иғтибар итеүселәр һирәк, штрафтар ҙа тейешле һөҙөмтә бирмәй. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге киләсәктә рөхсәт ителмәгән ял итеү урындарында күҙәтеүҙе арттырырға ҡарар итте.
Һыу инеү миҙгеле асылғандан алып Башҡортостанда 47 кеше батып үлгән
Тулыраҡ: Һыу инеү миҙгеле асылғандан алып Башҡортостанда 47 кеше батып үлгән