Республиканан мобилизацияланған хәрбиҙәр ҙә ситтә тороп ҡалмай. Бөгөн егеттәр әҙерлек үткән 5 ҡалала күсмә агитбригадалар концерттар менән сығыш яһаясаҡ. Был хаҡта дүшәмбе һайын үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов дауам итә.Күмәк саралар һәм салют булмай, әммә был Республика байрамының бәҫен бер ҙә кәметмәй. Бөгөн көн дауамында Башҡортостан тыуған көнө менән ҡотлауҙар ҡабул итә. Ҡотлау сәләмдәре менән килгән юғары ҡунаҡтар ҙа бихисап. Төп саралар тантаналы ултырыштан һәм Рәсәй Геройы, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу сараһынан ғибәрәт. Был хаҡта Радий Хәбиров Оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Республика көнөндә һәм яҡын киләсәктә Башҡортостанда уҙасаҡ мәҙәни саралар менән Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова таныштырҙы. Төбәк брендына әүереләсәк “Геройҙар ваҡыты” Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар фестиваленең бөгөн Совет майҙанында үтәсәге анонсланды.Республиканың төп байрамында Башҡортостандан мобилизацияланған хәрбиҙәр ҙә ситтә тороп ҡалмай. Бөгөн егеттәр әҙерлек үткән 5 ҡалала күсмә агитбригадалар концерттар менән сығыш яһай. Һарытау, Ҡазан, Пенза, Елань һәм Вольскийҙа рспубликаның билдәле артистары сығыш яһаясаҡ. Башҡортостан халҡының ил һағына баҫҡа яҡташтарына ялҡынлы сәләме гуманитар ярҙам булып барып етә. Был эштә ярҙамсы ролен башҡарған Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы үткән аҙнала ғына 1 меңгә яҡын мөрәжәғәт ҡабул иткән. Күптәр мобилизацияланған егеттәргә нисек итеп ярҙам күрһәтергә тигән һорау менән. Быйылғы рекордлы уңыш аграр тармаҡтағы бихисап проблемаларҙы асыҡланы. Төбәктә 1986 йылдан алып беренсе тапҡыр 5 миллион тонна уңыш йыйып алынды. Оператив кәңәшмә барышыныда Радий Хәбиров киләсәктә 6 миллион тоннаға ынтылырға кәрәк тине. Тик бының өсөн өҫтәмә келәттәр, элеваторҙар төҙөргә, игенде тәрән эшкәртеүҙе яйға һалырға кәрәк.Уңыш юғарылығы тәү нәүбәттә яҡшы һауа торошона бәйле булһа, һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыу уны юғалтыуһыҙ йыйып алырға мәмкинлек бирҙе тиелде ултырышта. Был маҡсатҡа аҙаҡҡы 3 йыл эсендә генә дәүләттән 5 миллиард һумлыҡ субсидия таратылған. Вице-премьер Илшат Фазрахманов билдәләүенсә, быға ҡарамаҫтан Башҡортостанда техника тәьминәте Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестәрҙән түбән ҡала. Оператив кәңәшмәләге тағы бер докладта янғын миҙгеленә йомғаҡ яһалды. 9 меңгә яҡын янғын теркәлеп, был һандың 1 ярым процентҡа кәмеүе хаҡында әйтелә унда. 161 кеше һәләк булған, ә бына төбәктә янғын сығыуын иҫкәртеүсе приборҙар таратыу арҡаһында 745 кешенең уттан иҫән ҡалыуы билдәле. Быйыл урман янғындары ла кәмене. Былтырғы менән сағыштырғанда һан буйынса 7 тапҡырға, ә майҙан буйынса хатта 50 тапҡырға әҙерәк булған.
Башҡортостан үҙенең төп байрамын ҙур уңыштар менән ҡаршылай
Башҡортостан үҙенең төп байрамын ҙур уңыштар менән ҡаршылай