Республика башлығы Беларусь республикаһы Гомель өлкә комитеты рәйесе Иван Крупко етәкселегендәге делегация менән осрашты. Радий Хәбиров Республика көнөнә һәм Миңлеғәли Шаморатовҡа һәйкәл асыуға арналған сараларҙа ҡатнашыу өсөн килгән. Республика етәксеһе Гомель өлкәһе делегацияһына рәхмәт белдереп, Беларусь республикаһы менән бәйләнештәрҙе нығытыу беҙҙең өсөн айырым әһәмиәткә эйә тине. Иван Крупко, үҙ сиратында, Рәсәй Федерацияһы Белоруссия өсөн стратегик партнер булыуын билдәләне. Осрашыуҙа ниәттәр протоколына ҡул ҡуйылды.
Стратегик партнер
Стратегик партнер