Йыл башынан Республиканың торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты коммуналь хеҙмәттәр өсөн арттырып түләнгән 28 миллион 400 мең һум аҡсаны кире ҡайтарырға ярҙам иткән. Идарасы ойошмаларға ошо осорҙа ғына түләүҙәрҙе ҡануниәт нигеҙендә башҡарыу кәрәклеге тураһында 500 күрһәтмә бирелгән. Бик күп кеше идарасы ойошмаларҙың эше, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙең квитанцияларҙа дөрөҫ күрһәтелмәүе менән ҡәнәғәт түгел. Дәүләт комитеты үткән алты айҙа ғына торлаҡ мәсьәләһенә ҡағылышлы 12 мең мөрәжәғәт алған.
Арттырып түләнгән 28 миллион 400 мең һум аҡса кире ҡайтарылған
Тулыраҡ: Арттырып түләнгән 28 миллион 400 мең һум аҡса кире ҡайтарылған






