2016 йылда иһә уның иҫәбенән бер тапҡыр түләү күләме лә артты. Хәҙер көнкүреш талаптарына 25 мең һум алырға мөмкин. Әсәлек капиталының тулы күләме тик билдәле маҡсаттарҙа ғына ҡулланыла, әммә ҡайһы бер „белгестәр„ сертификатты аҡсаға алмаштырыу өмөтөн юғалтмай. Әсәлек капиталын тулыһынса ҡулаҡсаға әйләндерергә тәҡдим иткән иғландар алыҫтан күренеп тора. Нисек һәм ниндәй күләмдә, ә иң мөһиме – законлымы. Иғландағы телефон һандарын йыйып осрашырға килешәбеҙ. Шартлы урында Константин исемле етди егет ҡаршылай. „Сертификат хужаһы исеменә ер участкаһы теркәлә. Артабан торлаҡ төҙөлөшөнә рөхсәт алып әсәлек капиталы күләмендә маҡсатлы займ бирелә„ — тип аңлата. Документтар Пенсия фонды аша үткәрелә. Хеҙмәте өсөн аралашсы 45 мең һум һорай. Йүнсел уйлап тапҡан тәртип буйынса барыһы ла тиҙ һәм законға ярашлы кеүек. Сөнки сертификат тәү ҡарашҡа торлаҡ яҡшыртыу маҡсатына йүнәлтелә. Сертификат аҡсаһын йорт төҙөлөшөнә тотоноу йәшәү шарттарын яҡшыртыуҙың иң йыш осраған ысулы. Шул сәбәпле аҡсаны ҡулға төшөрөүҙең хәйләкәр юлдары ла табылған. Закон буйынса иһә әсәлек капиталын 2016 йылда ғаиләгә дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙең өс йүнәлешендә – йәшәү шарттарын яҡшыртыу, әсә пенсияһының йыйылма өлөшөн тулыландырыу һәм балаларға белем алыу өсөн файҙаланырға мөмкин. Пенсия фонды шулай уҡ инвалид балаларының социаль яраҡлашыуына тәғәйен аҡса күсереүҙе үтенгән һәм быйыл бер тапҡыр түләнер күләмде ҡулаҡсалай алырға теләгән ғаиләләрҙән ғаризалар ҡабул итә. Әсәлек капиталын ҡулланыу тәртибе аныҡ. Сертификат хужаһы уны үҙ ҡарамағында хәл итә. Шикле ойошма йәиһә йүнсел вәғәҙәһенә ышанып, тәүәккәлләр алдынан килешеү шарттарын ентекләп тикшерергә генә саҡыраһы ҡала. Ғаилә капиталын законһыҙ файҙаланған әсә енәйәт кодексы буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыла.
Әсәлек капиталы программаһы илдә йәнә ике йылға оҙайтылды
Тулыраҡ: Әсәлек капиталы программаһы илдә йәнә ике йылға оҙайтылды